ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, т‑ра 250—500°С, баҫым 2—8 кбар булғанда барлыҡҡа килеүсе урындағы метаморфизмдың бер төрө. Тектоник стресс шарттарында тау тоҡомдарының пластик шыуышыуы һөҙөмтәһендә өҫкө ҡатламдарҙың аҫҡыларына баҫымы түбәнәйә. Ошо сәбәптәр бөтә төр тоҡомдарҙа ла Й.һ.м. нигеҙе булып тора (В.Н.Пучков б‑са). Минераль ассоциацияһы составында актинолит, хлорит, эпидот өҫтөнлөк итә. Й.һ.м. шарттарында барлыҡҡа килеүсе тау тоҡомдары йәшел һәүерташ фацияларына айырыла. Иң типиктары булып филлит, мусковитлы кварцит, актинолит‑тремолит амфиболит; төрлө составлы һәүерташ: хлорит‑мусковит‑кварцлы, биотит‑хлорит‑кварцлы, стильпномелан‑хлорит‑кварцлы, мусковит‑хлорит‑кварц‑альбитлы, мусковит- биотит‑кварц‑альбитлы, хлорит- биотит‑альбит‑кварцлы, хлорит‑актинолит‑эпидот‑альбитлы, мусковит- актинолит‑хлорит‑альбит‑кварцлы, хлорит‑актинолитлы һәүерташтар тора. БР терр‑яһында Й.һ.м. белорет метаморфик комплексында, һәүәнәк метаморфик комплексында һәм мәҡсүт метаморфик комплексында киң үҫешкән. Й.һ.м. һөҙөмтәһендә үҙгәргән тоҡомдарға йөҙләү кварциттарының ваҡ ятҡылыҡтары (Йылайыр р‑нында — Ғәли, Һаҡмар, Белорет р‑нында Кирәл ятҡылыҡтары) инә.

Әҙәб.: Фации регионального метаморфизма умеренных давлений. М.; 1972.

О.А.Захаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.