ЙӘШЕЛ КОНВЕЙЕР, йәшел мал аҙығы етештереү һәм уны иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа ҡулланыу системаһы. Тәбиғи, яҡшыртылған, культуралы көтөүлектәр һәм сабынлыҡтарҙың, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең, мал аҙығы ҡауынҡарбуз культураларының, тамыраҙыҡтарҙың һәм башҡа мал аҙығы культураларының йәшел массаһын ҡулланыуға нигеҙләнеп ойошторола. Й.к. 3 тибы айырыла: тәбиғи (тәбиғи көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар ҡурпыһы), яһалма (культуралы көтөүлектәр, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ мал аҙығы культуралары сәсеүлектәре) һәм ҡатнаш (иң һөҙөмтәле). Юғары продуктлы Й.к. булдырыу өсөн төп шарт булып юғары уңдырышлы мал аҙығы культураларын ҡулланыу ваҡыты б‑са рациональ һайлап алыу тора. Башҡортостанда иң арзан йәшел мал аҙығы тәбиғи һәм культуралы көтөүлектәрҙән, ш. уҡ күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренән, бигерәк тә яуым‑төшөм юғары булған зоналарҙа (төньяҡ урмандала зонаһы, төньяҡкөнсығыш урмандала зонаһы һәм тауурман зонаһы) алына. Тәбиғи һәм культуралы көтөүлектәр, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәре — тапатыу, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлы үлән ҡатнашмалары сәсеүлектәре өҫтәмә йәшел аҙыҡ йәки тапатыу өсөн ҡулланыла. Өҫтәмә йәшел аҙыҡҡа таҙа һәм ужым кәрешкәһе м‑н ҡатнаш (ҡара: Кәрешкә) арыш һәм тритикале; кәрешкә, борсаҡ һәм торна борсағы м‑н ҡатнаш һоло, арпа; судан үләне; кәрешкә, һоло һәм рапс ҡатнашмалары һ.б. файҙаланыла. Й.к. ойоштороу өсөн малдарҙың көтөүлек осоронда (респ. көньяҡ райондарында көтөүлектә йөрөү осоро һыйыр малы өсөн 150— 170 көн, йылҡы һәм һарыҡ өсөн — 180—210, төньяҡ райондарҙа ошоға ярашлы — 130—140 һәм 150—190 көн) йәшел мал аҙығына ихтыяжы билдәләнә. Йәшел масса өлгөрөү планы нигеҙендә һәр бер төр мал көтөүлеге өсөн Й.к. схемалары төҙөлә. Төрлө а.х. малы өсөн Й.к. типтарын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1964 й. алып Аграр университетта (Р.М.Илһамов, С.Н.Надежкин, М.М.Хәмиҙуллин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, М.И.Минеев, В.А.Михеев, Б.Х.Сатыев һ.б.) үткәрелә.

Әҙәб.: Михеев В.А. Организация зелёного конвейера. Уфа, 1966; Технология создания и использования пастбищного конвейера в табунном коневодстве: рекомендации. Уфа, 1988; Надежкин С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999.

С.Н.Надежкин, М.Ҡарисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018