ЙӘШ ТАМАШАСЫ ТЕАТРЫ. Өфө дәүләт Йәш тамашасы театры 1936—41 йй. эшләй. Беренсе баш реж. – Ф.Н.Платонов. Репертуар уҡыусыларҙың йәш төркөмөнә ҡарап төҙөлә: кесе йәштәгеләр [Г.Л.Владычина һәм О.Г.Нечаеваның “Иванушка һәм Василиса Премудрая тураһында әкиәт” (“Сказка об Иванушке и Василисе Премудрой”), Н.Я.Шестаковтың “Финист – Ыласыным” (“Финист — Ясный Сокол”), М.Даниэлдең “Үҫмер” (“Хлопчик”)], урта йәштәгеләр [М.А.Светловтың “Әкиәт” (“Сказка”), К.А.Тренёвтың “Гимназистар” (“Гимназисты”), И.Персонов һәм Г.Добржинскийҙың “Бөйөк еретик” (“Великий еретик”)], өлкән йәштәгеләр [Н.А.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” (“Как закалялась сталь”) романы б‑са “Павка Корчагин” әҫәре, А.Я.Бруштейндың “Зәңгәр һәм алһыу” (“Голубое и розовое”) һәм “Беҙ етәү” (“Нас семеро”) һ.б.]. Классик драматургияны урыҫ [Д.И.Фонвизиндың “Һаҡаллы сабый” (“Недоросль”), А.П.Чехов әҫәрҙәре б‑са “Миниатюралар” (“Миниатюры”), М.Горькийҙың “Мещандар” (“Мещане”), А.Н.Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”)] һәм сит ил [Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”) һәм “Скапен мутлыҡтары” (“Проделки Скапена”), К.Гольдониҙың “Ике әфәнденең ялсыһы” (“Слуга двух господ”)] авторҙары әҫәрҙәре тәшкил итә. Коллективтың проф. үҫеш кимәле И.К.Глушарин (1938—41 йй. художество етәксеһе) эшмәкәрлегенә бәйле. Уның тарафынан Э.Л.Войничтың “Күгәүен” (“Овод”) романы б‑са С.Прокофьевтың ш. уҡ исемле әҫәре, Н.В.Гоголдең “Өйләнеү” (“Женитьба”), И.В.Штоктың “5‑се һанлы йорт” (“Дом №5”), В.П.Катаевтың “Яңғыҙ елкән ағарып күренә” (“Белеет парус одинокий”) һ.б. үҙенсәлекле һәм сағыу спектаклдәр ҡуйыла. Постановкалар м‑н ш. уҡ реж. Н.В. Виноградов, В.М.Молчаков, В.П.Росляков, А.Э.Рошковский, Д.И.Рудницкий; сценография м‑н — Н.А.Бачурин, П.П.Воскресенский, М.Л.Кожевников, В.Ф.Соколов; муз. яҡтан биҙәү м‑н — Ю.Д.Матвеев, Л.Н.Сушкова; хореография м‑н М.В.Кириллов һ.б. шөғөлләнә. Труппа составына Б.М.Андреев, П.С.Бабанина, Я.И.Банчук, Н.И. һәм Н.Е. Двинскийҙар, М.В.Мартьянов, А.С.Топоров, Е.А.Тюремнова һ.б. инә. 1939 й. Йәш тамашасы театры Бөтә Союз балалар өсөн театрҙар смотрында ҡатнаша. Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: Рудницкий (1936 й. алып), Тюремнова (1938 й. алып), В.З.Сидурин (1939 й.), И.Я.Медведев (1939 й. алып), Г.Х. Камалов (1940 й. алып). Йәш тамашасы театры ябылғандан һуң актёрҙар Урыҫ драма театры, Ҡурсаҡ театры труппаларына, Башҡорт филармонияһы бригадаларына ҡушыла. Театр Ленин урамында урынлашҡан булған.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.