АҠ КӨЛӘПӘРӘ, шампиньон (Agaricus), пластинкалы бәшмәктәр тәртибенең аҡ көләпәрә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 70 төрө (БР‑ҙа 5‑тән ашыу төрө) билдәле, киң таралған. Эшләпәһенең диам. 1—25 см, аҡһыл, һирәгерәк һорғолт йәки асыҡ көрән, ярым шар формаһында, итләс, тығыҙ, шыма өҫлө йәки сүсле, тәңкәле. Япмаһы айырым, бәшмәк өлгөргән ваҡытта һабында аныҡ беленеүсе балдаҡ рәүешендә. Гименофоры йәш емешлек тәндәрендә аҡ, спораларҙың өлгөрөү дәрәжәһенә ҡарап — алһыу, аҡрынлап көрәнәйә барған, һуңынан көрән-шәмәхә төҫтәге айырым пластинкалы (А.к. ағыулы бәшмәктәрҙән айырыусы билдә). Һабы үҙәктә, тигеҙ, тығыҙ, һирәгерәк бушаҡ йәки ҡыуыш. Итсәһе башлыса аҡ, һынған ерендә һарғайыусан йәки ҡыҙарыусан, йыш ҡына бәшмәк йәки әнис еҫле. Спораһы йомро, эллипс формаһында йәки бөртөк һымаҡ, төҫө аҡтан ҡараға тиклем. Сапротрофтар (микоризаға инмәй). Үҫеү урындарына ярашлы башлыса урмандарҙа (һары тиресәле А.к.); үҫемлектәр м‑н ҡапланмаған асыҡ урында (ике споралы А.к.), болонда (гумус гербофилдары; ябай А.к. һ.б.); урман, болон, көтөүлектәрҙең һ.б. асыҡ урындарында (ҡыр А.к.); татырлы тупраҡта (Бернард А.к.) һ.б. үҫеүсе А.к. айырып йөрөтөлә. Респ. бөтә терр‑яһында үҫә, май—окт. осрай. А.к. емешлек тәне составында антибиотиктар, үҙләштерелеүсе аҡһым бар. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр (һары тиресәле А.к. һәм сыбар А.к. башҡа), ике споралы А.к. күп үҫтерелә.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке