ЙӘШ МАЛ ДИСПЕПСИЯҺЫ, хайуандарҙа матдәләр алмашыныу, аш һеңдереү боҙолоуы м‑н барған ауырыу. Йышыраҡ 1—7 көнлөк быҙауҙар, һирәгерәк — сусҡа балалары, бәрәстәр, ҡолондар ауырый. Й.м.д. түбән сифатлы аҙыҡ ашатҡанда быуаҙ малдың матдәләр алмашыныуы боҙолоу булышлыҡ итә, был хәлһеҙ, түбән резистентлы үрсем тыуыуға килтерә; ауырыу ш. уҡ яңы тыуған малды дөрөҫ ашатмау һәм уны ҡарауҙың санитария‑гигиена шарттарын боҙоу һөҙөмтәһендә тыуа. Й.м.д. еңел һәм ауыр (токсик) формалары айырыла. Еңел формаһы булғанда аппетит боҙолоу, эс китеү күҙәтелә. Үҙ ваҡытында дауалағанда мал һауыға. Ауыр формаһына тән т‑раһы түбәнәйеү, аппетит булмау, туҡтауһыҙ эс китеү, дөйөм хәлһеҙлек һәм организмдың һыуһыҙланыуы, токсикоз хас. Ваҡытында дауаламағанда мал 2—3 тәүлектән һәләк була. Диагностика өсөн клиник һәм бактериологик тикшереү, йәш малды аҫрау шарттарын өйрәнеү, инә малдың ашау рационын анализлау мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау өсөн диета билдәләнә, малға йылы физиол. эретмә эсерелә. Диетанан һуң аҙлап ҡына ыуыҙ бирелә, яйлап билдәләнгән нормаларға еткерелә; ферментлы, антибактериаль, стимуляциялаусы һ.б. препараттар билдәләнә. Иҫкәртеү өсөн инә мал яҡшы сифатлы аҙыҡ м‑н тәьмин ителә (бигерәк тә быуаҙ ваҡытта), яңы тыуған малға тыуғандың 1‑се сәғәтендә ыуыҙ эсерелә. Башҡортостанда Й.м.д. башлыса ҡышҡы-яҙғы осорҙа күҙәтелә. Аграр университетта һәм Ветеринария лабораторияһында Й.м.д. булғанда мәтрүш, һары мәтрүш, имән, тал ҡайырылары (Ш.М.Абдуллин, Ә.В.Андреева, Ә.Х.Ғәлиев), татлы тамыр (Г.В.Базекин, А.Ф.Исмәғилева), меңъяпраҡ (С.В.Кузнецов) ҡайнатмалары һәм төнәтмәләре; антибиотиктар (биомицин, эритромицин), бактериофаг, диспепсилат (Ф.Н.Павлов, Р.М.Хәмитов, С.А.Әминева) ҡулланыу өйрәнелә. Прополис һәм инә ҡорт һөтө (Р.Т.Маннапова), һыйыр ыуыҙы (Р.И.Хәбибуллин) нигеҙендә эшләнгән препараттарҙы ҡулланып Й.м.д. дауалауҙың яңы ысулдары уйлап табыла.

Әҙәб.: Шишков В.П. Болезни новорожденных телят //Патологоанатомическая диагностика болезней крупного рогатого скота. М., 1987 (авторҙ.).

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.