ЙӘСӘҮИЕВ Вәсих Хамат улы (7.2.1953, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Оло Баҙраҡ а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй: 2003—14 йй. авиация приборҙары төҙөү ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап мәғлүмәт‑үлсәү техникаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мәғлүмәти‑үлсәү техникаһын төҙөү һәм камиллаштырыуға арналған. Й. тарафынан хәрәкәт параметрҙарының тулҡын йөрөткөслө магнитострикцион үҙгәрткестәре теорияһы үҫтерелә, ультратауыш тулҡындарын барлыҡҡа килтереү һәм ҡабул итеү системаһының конструктив‑технологик параметрҙары йоғонто яһауын иҫәпкә алып, уларҙың математик моделдәре, сифат күрһәткестәрен күтәреүҙең структуралы- алгоритмик ысулдары һ.б. уйлап табыла. Асыштары “Молния” Өфө ҒПП‑нда һ.б. индерелгән. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Принципы построения магнитострикционных датчиков перемещения //Датчики и Системы. 2001. №3 (авторҙ.); Новый подход к построению вторичной аппаратуры узла учёта нефти //Шунда уҡ. 2006. №10 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.