ЙӘСӘҮИ Әхмәт (Хужа Әхмәт; 1105 й. тиклем тип фараз ителә, Испиджаб ҡ., Урта Азия — 1166, Яса ҡ., шунда уҡ), төрки суфый шағиры, шәйех. Бохара ҡ. уҡый, Яса ҡ. йәшәй (псевдонимы шуға бәйле). “Йәсәүиә” тәриҡәтенә (ҡара: Суфыйсылыҡ), төрки әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ шиғриәтенә нигеҙ һалыусы. Әүлиә булараҡ танылыу ала. Риүәйәт б‑са, Й. 63 йәшендә (Мөхәммәт ошо йәштә үлә) үҙен ер аҫтына бикләй, шунда үлә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 73 йәшкә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 85 йәшкә тиклем йәшәй). Уның ҡәбере урынында Аҡһаҡ Тимер кәшәнә төҙөй. Уның төп хеҙмәте — “Диуаны хикмәт” (“Хикмәтле һүҙҙәр йыйылмаһы”), Урта һәм Кесе Азияла, Иранда ҡулъяҙмала таралған (15 б. күсермәләренән хәҙ. көндәргә бер нисә хикмәте килеп еткән). Ижадында Алла м‑н ҡушылыу юлында үҙеңдең рухи тәжрибәң кәрәклеге, дөрөҫлөк, рухи сафлыҡ һәм үҙ‑үҙеңде камиллаштырыу идеяһын тарата. 13—14 бб. әҫәрҙәре Урал‑Волга буйына, ш. иҫ. Башҡортостанға, үтеп инә. 1877 й. Ҡазанда “Диуаны хикмәт” китабы нәшер ителә, унда 149 әҫәр ингән, уларҙың күбеһен Й., ҡалғандарын уның уҡыусылары һәм уға эйәреүселәр яҙған. Й. әҫәрҙәре Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, М.ҠотошҠыпсаҡи, Ғ.Соҡорой, Һ.С.Сәлихов ижадына йоғонто яһай.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.