ЙӘРМӨХӘММӘТ ҠӘҘЕРМӘТОВ, Йәркәй Ҡ. (1721; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ишбулды а. (Яңауыл р‑ны) типтәре. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Дек. аҙағында Й.Ҡ. м‑н Ҡаранай Моратов отрядтары Ҡазан губернаһының Сарапул а. баҫып ала. 1774 й. яҙ—йәй айҙарында Бәхтейәр Ҡанҡаев м‑н берлектә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында һуғыша, Пугачёвтың Төп ғәскәренә Ҡазан һәм Өфө провинциялары халҡын мобилизациялай. Июнь—сент. Й.Ҡ. отряды Бөрөнө алыуҙа, А.Я.Якубович етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Бөрө й. буйында барған алышта, Ҡазан ҡ. тирәһендәге һуғышта, Уҫы даруғаһының Уран улусы Мүзәк а. (хәҙ. Краснокама р‑ны) һәм Ҡазан даруғаһының Йәлдәк улусы Иваново а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны Иванай а.) янында И.Г.Штерич етәкс. ғәскәрҙәргә ҡаршы алышта ҡатнаша. Нояб. ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. 31 майында Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарары м‑н иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке