ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР, цирк артистары, акробаттар. Салауат Фәтхелислам улы Й. [19.5.1948, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективы, 1991—2000 йй. Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү дәүләт циркы артисы. “Брус һәм бамбуктарҙағы гимнастар”, “Арғымаҡтарға атланған шаян һунарсылар” (ҡара: “Башҡортостан егеттәре”) номерҙарында эшләй. Башҡ. легендалары мотивтары б‑са “Ай сәскәһе” (1979), “Ҡамсылар һәм ҡороҡ менән уйын” (1991) номерҙарын ижад итә (етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы). Минзәлә Әхәт ҡыҙы Й. [12.3.1953, БАССР-ҙың Абҙан р‑ны Абҙан а. (БР-ҙың Ейәнсура р‑ны)], БР‑ҙың атҡ. артисы (2001). 1971 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) бейеүсеһе, 1983 й. — Башҡ. цирк коллективы, 1991—2005 йй. Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү дәүләт циркы артисткаһы. “Ай сәскәһе”, “Ҡамсылар һәм ҡороҡ менән уйын” номерҙарында эшләй. СССР һәм донъяның 10‑дан ашыу иле буйлап гастролдәрҙә булалар. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (Пхеньян, 1989) ҡатнашалар. Лилиә Салауат ҡыҙы Й. (15.10.1979, Өфө). 1994—2009 йй. Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү дәүләт циркында “Ҡамсылар һәм ҡороҡ менән уйын” номерында эшләй (2000 й. алып етәксеһе). Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Кипр, Ҡытай, Яңы Зеландия, Япония) буйлап гастролдәрҙә була. 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: Йәрмөхәмәтовтар “Ай сәскәһе” номерында

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.