ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Рөстәм Зиннур улы (27.2.1976, Сибай ҡ.), иҡтисадсы. Юридик ф. канд. (2002), иҡт. ф. д‑ры (2007). З.Ғ.Йәрмөхәмәтовтың улы. БДУ‑ның юридик (1998) һәм иҡт. (2002) ф‑ттарын тамамлаған. 2002 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта (2004 й. башлап дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге иҡтисадты инвестицион стимуллаштырыу проблемаларына арналған. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Государственная поддержка развития местного самоуправления в Российской Федерации и её влияние на инвестиционный климат в регионе. Уфа, 2005 (авторҙ.); Особенности развития оборонно‑промышленного комплекса в регионах России. М., 2007.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018