“АҠ ИҘЕЛ”, ижт.-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфөлә 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — М.Наурузов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке