ЙӘРМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 78 км алыҫлыҡта Мағаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 448; 1939 — 156; 1959 — 186; 1989 — 193; 2002 — 205; 2010 —182 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ярат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙенең Бөрйән улусы Ярат һәм Ғүмәр аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе зауряд‑хорунжий Йәрмөхәмәт Юлыев исеме м‑н аталған. Ш. уҡ Ҡабыҡҡыуыш, Маҙалы булараҡ теркәлгән. 1866 й. 38 йортта 241 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Б.Ғ.Юлыев ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.