ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ (? — 3.6.1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739 й. көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. алып Себер даруғаһында Л.Я.Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә һәм хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Тубыл й. буйында Я.С.Павлуцкий етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта һәләк була.

И.Ғҡманов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.