ЙӘРМИӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 100 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 859; 1939 — 1036; 1959 — 738; 1989 — 394; 2002 — 397; 2010 — 426 кеше. Мариҙар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Миәҙәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып билдәле. 19 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр төпләнә. 1865 й. 49 йортта 304 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында сана табандары һәм дуға яһау күрһәтелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке