ЙӘРМИ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 612 кеше; 1920 — 854; 1939 — 917; 1959 — 712; 1989 — 513; 2002 — 501; 2010 — 543 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са 17 б. аҙ. ш. уҡ даруғаның Ҡобау улусы башҡорттары, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының ҡаҙнаға тартып алынған ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. Тирмә исеме м‑н 5 ауыл иҫәпкә алынған (Башҡ. Тирмәһе, Үрге һәм Түб. Тирмә, Йәрми һәм Яңауыл), 88 йортта 696 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 364 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. З.С.Исмәғилев, С.Ә.Исмәғилев ошо ауылда тыуған.

И.Ф.Хафизова
Т
әрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.