“ЙӘРМӘКӘЙ”, Йәрмәкәй район мәҙәниәт йортоноң эстрада‑фольклор ансамбле. 1977 й. “Ваҡыт” агитацион‑художество бригадаһы булараҡ ойошторола, 1994 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1989 й. “халыҡ” исемен ала. “Й.” составында И.Р.Баязитов, Г.С.Ғәниева, А.Р.Йыһаншина, Р.Ғ.Ҡәнипова, Ф.М.Минашина, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ә.М.Мөхәмәтйәнов, И.Р.Хәбирова, Г.Я.Ханнанова (бөтәһе лә – вокал), С.Ҡ.Ғиззәтуллин, Р.М.Һәүбәнов, Й.Ш.Ялаев (бөтәһе лә – вокал, гармун), Р.М.Муллағәлиев (гармун, ҡурай, бейеү), Р.Я.Ханнанов (вокал, гармун, ҡурай, ҡумыҙ), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ш.М.Варисова, С.М.Ғәниева, Р.В.Зарипова, Ф.Ш.Муллағәлиева (бөтәһе лә – бейеү) була. Репертуарында халыҡ уйындарын (“Йөҙөк һалыу”, “Йондоҙ һанау”), туй йолаларын (“Ҡунаҡ ҡаршылау”, “Ҡунаҡ оҙатыу”, сеңләү); бейеүҙәрҙе (“Байыҡ”, “Перовский”, “Флотский”); башҡ. (“Мәжлес йыры”, “Рекруттар йыры”, “Һалдат йыры”, “Эскадрон”), татар (“Баламишкин”, “Көтөүсе йыры”) халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарҙы һ.б. тергеҙгән театрлаштырылған тамашалар. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. БАССР‑ҙың 70 йыллығына арналған Респ. смотры (Салауат ҡ., 1988) лауреаты; “Башҡортостан – Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”; Өфө, 2005) Респ. халыҡ ижады форумы дипломанты һ.б. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Б. Ханнанова. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: С.М.Ғәниева, Р.Р.Ғәбделғәлиев, Муллағәлиев.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке