ЙӘРЛЕКӘҮ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 717; 1939 — 574; 1959 — 328; 1989 — 389; 2002 — 459; 2010 — 499 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡырғыҙ‑Миәкә 1‑се урта мәктәбе филиалы), клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, алпауыт Йәрлекәүевтеке булған. Пенза губ. крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1865 й. Покровский (Й.) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 24 йортта 186 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 10 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. Яңы Покровский (Й.) исеме м‑н теркәлгән, сиркәү, земство мәктәбе, шарап, һыра һәм 2 бакалея кибете булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018