ЙӘРӘМКӘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Уҡыяҙ й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 469 кеше; 1920 — 635; 1939 — 684; 1959 — 517; 1989 — 318; 2002 — 329; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1728 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра). 1734 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, һуңыраҡ — яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар килеп ултыра. 1865 й. 45 йортта 264 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү һәм тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. С.Ғ.Сабитов, З.Һ.Һаҙый ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.