АҠ БӘШМӘК, топош (Boletus edulis), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 10—20 см (һирәгерәк 30 см), ҡабарынҡы, ҡоро, яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем, аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары. Һабының оҙонлоғо 10—20 см, ҡалынлығы 4—5 см, һарғылт һоро төҫтә, селтәр һүрәтле. Ауырлығы — 400 г тиклем (ҡайһы ваҡыт 4 кг етә). Итсәһе аҡ, тығыҙ, хуш еҫле. Спора онтағы һорғолт йәшел. А.б. бер‑береһенән төҫө м‑н һәм имән, ҡайын, ҡарағай, шыршы (улар м‑н симбиоздан тыш бәшмәклек үҫешһә лә, емешлек тәне барлыҡҡа килмәй) тамырында үҫеүенә ҡарап айырылған яҡынса 20 төрҙө берләштерә. Башҡортостанда ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа майҙан окт. тиклем осрай. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәк, составында аҡһымдар, ферменттар, витаминдар, микроэлементтар, антиканцероген матдәләр бар. Киптереүгә яраҡлы.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.