ЙӘРҒӘЛИЕВ Фәрит (Борис) Рәшит улы (16.7.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сибай ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Новосибирск художество уч‑щеһын тамамлаған (1988; педагогтары А.С.Чернобровцев, В.М.Гранкин). 1973 й. алып Новосибирск ҡ. төрлө художество оҫтаханалары, 1988—94 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәтендә һәм графика өлкәһендә эшләй. Ижади алымының стилистик үҙенсәлеге — кинәйә, ассоциатив тел һәм символизм. Башҡорттарҙың боронғо тамғалар (ҡара: Тамға) системаһына нигеҙләнеп, рәссам милли орнамент элементтарына, мәжүси символдар һүрәттәренә яңы мәғәнә һала һәм үҙенең әҫәрҙәрендә уларҙы тәбиғи берләштерә. Й. эштәрендә төҫтәр предмет‑матди ысынбарлыҡтан арынып, айырым фәлс. мәғәнәгә эйә була. “Мәңгелек тураһында уйҙар” (1990), “Ҡыпсаҡ тамғалары” (1995), “Йыһан тураһында” (2002) эштәрендә башҡ. халҡының космологик һәм мифологик ҡараштары һүрәтләнә; “Салауатҡа арнау” картинаһында (1991), “Сибай” (1991—92) циклында, “Минең ҡыпсаҡтарым” (1993; ҡағыҙ, гуашь) графика серияһында, “Ауыл лирикаһы” (2010) картинаһында рәссамдың тыуған ер тарихы һәм халҡы яҙмышы т‑да уйҙары сағыла. Байтаҡ эштәре авторҙың эске тәрән кисерештәрен күрһәтә: “Өләсәйем иҫтәлегенә арнайым” (1997), “Джаз‑лирика” (1999), “Тормошомдоң бер йылы” (2002), “Төн уртаһындағы блюз” (2010), “Айҙың икенсе яғы” (2012). “Һары бейә” художество төркөмө (1989), “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (2002). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 17‑ләп шәхси күргәҙмәһе (1992 й. алып) Өфө, Новосибирск, Силәбе ҡҡ. ойошторола. Эштәре БДХМ, “Сити Арт” (Нью-Йорк ҡ., АҠШ), “Маджесс‑Рифей” (Лондон) галереялары, Новосибирск дәүләт художество музейы, Силәбе өлкә картина галереяһы, Калиниград өлкә музейының “Художество галереяһы” һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Фарид Ергалиев. Живопись. Графика: каталог. Уфа, 2002.

Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018