ЙӘҺҮҘИН Марат Әғләм улы (15.7.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), тау инженеры. БР‑ҙың атҡ. шахтёры (2006). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлаған (1973). 1964—68 йй. һәм 1973—2008 йй. (өҙөклөк м‑н) Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында эшләй: слесарь, 1973 й. алып мастер, 1974 й. — Учалы руднигында разведкалау‑һыу ағыҙыу шахтаһының баш инженеры, 1987 й. — баш таусы, 1996 й. — баш инженер урынбаҫары. 1980—84 йй. “Башкиргеология” ПБ Төньяҡ‑Көнсығыш геол. разведка экспедицияһының (Учалы) ер аҫты участкаһы начальнигы. Быраулау‑шартлатыу эштәре өсөн яңы техника әҙерләүҙә һәм эшләүҙә ҡатнаша. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1999). 2 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018