ЙӘНТҮРИН Сәлимгәрәй Сәйетхан улы (1864, Ырымбур губ. — 14.5.1926, Ҡазан), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Мәскәү ун‑тының физика-матем. ф‑тын тамамлаған (1889). 1891 й. башлап Бәләбәй өйәҙендә мировой судья, 1894—1902 йй. Бәләбәй өйәҙ земство йыйылышы гласныйы, бер үк ваҡытта 1896 й. тиклем Өфө губерна земство йыйылышы гласныйы һәм 1898 й. алып Бәләбәй өйәҙендә участка земство начальнигы. 1903—06 йй. Өфө губ. крәҫтиән эштәре б‑са присутствиеның даими ағзаһы. Думала аграр комиссия ағзаһы. Кадеттар фракцияһында торған; Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы секретары. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршы протест белдереп, граждандарҙы дәүләт власы органдарына буйһонмаҫҡа саҡырған “Халыҡҡа — халыҡ вәкилдәренән” өндәмәһенә ҡул ҡуйған өсөн 1907 й. дек. 3 айға төрмәгә ябыла, һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителә. 1907 й. башлап Өфөнөң ярлы мосолмандары попечителлеге идараһы рәйесе, 1916 й. — Петроградта Мосолмандар араһында белем таратыу йәмғиәте рәйесе урынбаҫары. 1917 й. март—апр. Петроградта Рәсәй мосолмандарының ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы. 1917 й. нояб. — 1918 й. апр. Милләт мәжлесе депутаты, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли идаралығы ағзаһы, Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыусы. 1920 й. алып Иркутск, Ҡазан һәм Мәскәү ҡҡ. эшләй. Мосолмандарҙың 1—3‑сө Бөтә Рәсәй съездарында һәм 1—2‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарында (ҡара: Мосолман съездары) ҡатнаша. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен ойоштороусыларҙың һәм “Әл-ғәләми әл-Ислами” (“Мосолман донъяһы”; Өфө, 1906—07) гәз. нәшер итеүселәрҙең береһе. Ибн.Ә.Әхтәмов м‑н берлектә “Милләт” (С.‑Петербург, 1913—15) гәз. сығара.

Әҙәб.: Усманова Д.М. Мусульманская фракция и проблемы “свободы совести” в Государственной думе России (1906—1917). Казань, 1999; Ямаева Л.А. Мусульманский либерализм начала XX в. как общественно-политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

С.М.Исхаҡов, Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке