ЙӘНТҮРИН Сәфәрғәли Искәндәр улы (15.3.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Татлыбай а.), ботаник, эколог. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Сибай мәктәп‑интернатында, 1974 й. алып Биология ин‑тында (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1994 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта (2015 й. тиклем экология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге этноботаникаға, фитомелиорация маҡсатында БР‑ҙың тәбиғәт‑климат зоналары һәм тоҙло тупраҡтар өсөн үлән ҡатнашмаларын булдырыуға, Башҡортостандың Урал аръяғында экосистемаларҙың тау‑етештереү сәнәғәте ҡалдыҡтары м‑н техноген бысраныуы, дарыу үҫемлектәрендә ауыр металдарҙың тупланыуы мәсьәләләренә арналған. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Үҫемлектәрҙең серле донъяһы. Өфө, 2009; Зелёная аптека Башкортостана. Уфа, 2002 (авторҙ.); Роль степных пожаров в формировании растительного покрова Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.