ЙӘНТҮРИН Дияс Хатип улы [20.1.1940, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лағыр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2009), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1957 й. алып Силәбе өлк. пр‑тиеларында эшләй. 1967 й. башлап Лағыр урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1968—70 йй. КПСС Салауат район ком‑тының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1974 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре сәйәси репрессияларға, 20 б. 20—30‑сы йй. Башҡортостанда һәм Урал-Волга буйының башҡа авт. респ. милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Национально-государственное строительство в автономиях Урало-Поволжья. Уфа, 2001.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.