ЙӘНТИМЕР, Маты, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 233 кеше; 1920 — 266; 1939 — 282; 1959 — 323; 1989 — 259; 2002 — 220; 2010 — 205 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1728 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Маты‑Мари исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 25 йортта 150 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке