ЙӘНТИАНА (Gentianopsis), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияның һәм Американың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һаҡаллы Й. һәм Долуханов Й. үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы йәки ябай, бейеклеге 10—60 см. Япраҡтары бәләкәй, бөтөн, бөтөн ситле; тамыр яны япраҡтары — розеткала, оҙонса‑кире йомортҡа формаһында, тупаҡ, сәскә атыу осорона ҡорой, һабаҡ япраҡтары — ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ‑ланцет йәки ҡыяҡ. Сәскәләре эре, 4 өлөшлө, оҙон сәскә һаптарына (Долуханов Й. ҡыҫҡараҡ) күскән ботаҡ остарында берәмләп урынлашҡандар. Каса япраҡсаһы тар балдаҡлы; һаҡаллы Й. ике тешсәһе тар оҙон, ҡалғандары — киң ҡыҫҡа; Долуханов Й. — тигеҙ киң ланцет рәүешендә. Таж япраҡсаһы зәңгәрһыу‑күк, көпшә-буранка рәүешле, айырсалы. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — тар‑эллипс формаһындағы ике ҡапҡаслы ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Мезофиттар. Долуханов Й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында тау болондарында, урман ситтәрендә үҫә; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һаҡаллы Й. ҙур булмаған популяциялар м‑н һаҙлыҡ ситтәрендә, йылға һәм күл ярҙарында, һаҙлы һәм тоҙло тупраҡлы болондарҙа, Көньяҡ Уралдың яҡты һирәк урмандарында осрай. Декоратив үҫемлек. Һыйыр малы һәм маралдар өсөн аҙыҡ. Й. халыҡ медицинаһында файҙаланыла, составында алкалоидтар, кумариндар, флавоноидтар һ.б. матдәләр булған һаҡаллы Й. — дарыу үҫемлеге.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке