ЙӘНТЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Атингән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Мәләүез й. тамағында (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 425 кеше; 1920 — 499; 1939 — 286; 1959 — 406; 1989 — 406; 2002 — 496; 2010 — 489 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, “Һаҡмар” шифаханаһы (ҡара: Балалар шифахана‑курорт учреждениелары), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Йәнтеш Шәрәфетдиндең исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Һарымонтай, Һарылар булараҡ теркәлгән. 1795 й. 15 йортта 95 кеше йәшәгән, 1866 й. 51 йортта — 273 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне күрһәтелгән. 20—30‑сы йй. 1‑се Й. һәм 2‑се Й. аа. булараҡ иҫәпкә алынған. Ғ.Х.Моталов, М.Ғ.Моталов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018