ЙӘНЛЕКСЕЛЕК, тире (ҡиммәтле тире) алыу өсөн ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Й. продукцияһы тиренән эшләнгән изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Й. төп объекттары — шәшке, аҡ төлкө, аҡһыл ҡара төлкө, нутрия, көҙән һ.б. 20 б. 50‑се йй. Учалы йәнлекселек хужалығында көмөш‑ҡара төлкөнө, күк төлкөнө (70‑се йй. башына тиклем), 1959 й. алып Оло Теләк йәнлекселек хужалығында (ҡара: Иглин йәнлекселек хужалығы) төҫлө шәшке һәм нутрияларҙы, 60‑сы йй. — битлекле аҡ төлкөнө, көмөш‑ҡара төлкөнө үрсетеү м‑н шөғөлләнә башлайҙар. 80‑се йй. Бүздәк р‑нының “Уртакүл” с‑зында нутриялар үрсетелә. 1964 й. респ. Й. хужалыҡтарында шәшкенең һәм аҡ төлкөнөң инә затының һаны уртаса 5—6 мең баш, 1974 й. — 10—11, 80‑се йй. 15—20 мең баш тәшкил иткән. Бер инә төлкө үрсеме 3,7 көсөктән (50‑се йй.) 4,7 көсөккә тиклем (90‑сы йй.) артҡан. Йәнлектәрҙең һаны ситлектәрҙә тотоу, уларҙы ашатыу өсөн балыҡ һәм балыҡ ҡалдыҡтары, төрлө ҡоро мал аҙығы ҡулланыу арҡаһында шаҡтай арта. 1990 й. Оло Теләк йәнлекселек хужалығында ҡатнаш көҙән, урман эте, һыуһар, ҡыҙыл төлкө үрсетеү м‑н шөғөлләнәләр. 2011 й. БР‑ҙа Күгәрсен р‑нының “Октябрьское” ЯСЙ‑нда Й. фермаһын төҙөү башлана. 2012 й. шәшкеләрҙең һаны 1000 баш (Даниянан индерелгән сканбраун тоҡомо), көмөш‑ҡара төлкө — 125 (Киров өлк. индерелгән), күк төлкө — 600 (битлекле һәм шедоу тоҡомо), кеш — 1500 баш (Ленинград өлк. индерелгән пушкин ҡара тоҡомо) тәшкил иткән. Аграр университетта (А.В.Близнецов, Л.В.Герасимова, Р.М.Мөҙәрисов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Г.Фенченко, Е.К.Хөснөтдинов) ситлектә йәшәгән ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙе үрсетеү, селекциялау һәм аҫрау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. Көҙән һәм шәшкеләрҙең хужалыҡ йәһәтенән ҡиммәтле билдәләрен яҡшыртыр өсөн ата‑инә парҙарын һайлап алыу б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла, ҙурыраҡ көҙәндәр алыу өсөн тәҡдимдәр эшләнә (Герасимова, Фенченко). Йәш көҙәндәрҙең үҫешен көсәйтеүгә биотрин аҙыҡ өҫтәмәһенең йоғонтоһо өйрәнелә (Фенченко, Хөснөтдинов). Төлкө һәм аҡ төлкөләрҙең инә затының тыуымын, көсөктәрҙең именлеген арттырыр һәм тиренең сифатын яҡшыртыр өсөн эраконд препараты (ҡара: Биологик препараттар) ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуы билдәләнә (Мөҙәрисов).

Әҙәб.: Фенченко Н.Г. Разведение, селекция, содержание клеточных пушных зверей и кроликов. Уфа, 1999.

Н.Г.Фенченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018