ЙӘНЙЕГЕТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 199 кеше; 1920 — 289; 1939 — 255; 1959 — 264; 1989 — 285; 2002 — 392; 2010 — 362 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Сибай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙенең Бөрйән улусы Таулыҡай а. (хәҙ. Түб. Таулыҡай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе зауряд‑сотник Йәнйегет Таулыҡаев исеме м‑н аталған. 1866 й. Й. (Монаш) 36 йортта 203 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018