ЙӘНӘХМӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 522 кеше; 1920 — 638; 1939 — 648; 1959 — 623; 1989 — 445; 2002 — 451; 2010 — 416 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шаран 1‑се урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 40—50‑се йй. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Таймаҫ Йәнәхмәтов билдәле). Шулай уҡ Әнгис‑Әхмәт булараҡ теркәлгән.  1795 й.  26 йортта 148 кеше йәшәгән, 1865 й. 51 йортта — 284 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 тирмән булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018