ЙӘНӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: боғаҙы, ҡамбар, туғыҙ. Тамғалары  Этник яҡтан Волга буйы болғарҙарына барып тоташа. “Йәнәй” этнонимы венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар) һәм сыуаштарҙа билдәле. Й. формалашыуына уның ҡатай, ҡыпсаҡ, үҫәргән, юрматы һәм юрмый ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 12—13 бб. йәнәйҙәр Ялан Зәй һәм Шишмә (Кама й. ҡушылдыҡтары) йй. буйында урынлаша. 14—15 бб. Ағиҙел й. түбәнге ағымындағы үҙәндәргә, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй. араһына күсенә, унда йәнәйҙәр байлар, бүләр, гәрә, йылан, ҡырғыҙ ҡәбиләләре м‑н күрше була. Төньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Й. ерҙәре Беүә һәм Кама йй. тиклем һуҙыла. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһының Йәнәй улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, унда 18 б. уртаһында 400 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. йәнәйҙәр йәшәгән терр‑я Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (10‑сы, 11‑се) һәм 11‑се (12‑се) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡараған. Ырыу биләгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Илеш һәм Краснокама, ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ндарына инә.

Әҙәб.: Йылан мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018