ЙӘНӘБИ‑УРСАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 536 кеше; 1920 — 648; 1939 — 340; 1959 — 345; 1989 — 357; 2002 — 364; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып Урсай (тәүге төпләнеүсе Урсай Боҫҡонов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1743 й., 1800 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында ш. уҡ даруғаның Кесе‑Табын улусы башҡорттары, 1770 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 13 йортта 55 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 499 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауылда Т.Йәнәбигә бюст ҡуйылған (1987, скульпторы Б.Д.Фузеев). Ш.Ғ.Рәжәпов, И.Х.Хәбиров, Йәнәби ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.