АҠ АМУР (Ctenopharyngodon idella), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Амур й. урта һәм түбәнге ағымында һәм уның ҡушылдыҡтары Уссури һәм Сунгариҙа, Урта һәм Көньяҡ Ҡытайҙың тигеҙлектәге йылғаларында йәшәй. Оҙонлоғо 122 см тиклем, ауырлығы 32 кг етә, төҫө аҡһыл, тәңкәһе эре. Енси яҡтан 5—10 йылда өлгөрә. Үрсемлелеге — 400 мең—1 млн ыуылдырыҡ бөртөгө. Башлыса ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре м‑н туҡлана, бының м‑н күл һәм быуаларҙы таҙарта. Ҡиммәтле кәсеп балығы. А.а. 2—3 йәшендә тауар ауырлығына (300—800 г) етә. Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Волгоград һәм Ростов өлк. хужалыҡтарында үрсетелә.

Башҡортостанға А.а. селбәрәләре Краснодар крайынан индерелә һәм “Башкиррыбхоз”, Фёдоровка р‑нының «“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» ААЙ хужалыҡтарында, Краснокама р‑нының “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ‑нда, Бөрө тәжрибә‑производство хужалығында һ.б. үҫтерелә. Урал балыҡсылыҡ зонаһында тәбиғи балыҡ табышы 100 кг/га етә.

Р.Б.Йосопов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке