ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Мораҡай т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 186 кеше; 1920 — 379; 1939 — 174; 1959 — 194; 1989 — 275; 2002 — 301; 2010 — 293 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Балапан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан а. (хәҙ. Яңы Балапан а.) башҡорттары хәрби губернаторҙың 1833 й. ҡушыуы б‑са (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) үҙ ерҙәрендә Йәнекәй исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 25 йортта 169 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке