ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы (10.4.1946, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Д.Ә.Йәнекәевтең һеңлеһе. БДМИ-ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1971 й. алып “Иммунопрепарат” ДУП‑ында эшләй: 1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981—97 йй. лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1987—94 йй. ҡан препараттары цехы начальнигы. 2002—04 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге аллергия ауырыуҙарын дауалау препараттарын эшләүгә, гормондарға бәйле бронхиаль астма м‑н ауырығандарҙы дауалауҙа мәмерйәләр микроклиматының ролен (Шүлгәнташ миҫалында) өйрәнеүгә арналған. Й. етәкс. яңы тыуған балаларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу системаһы, плазманың минор аҡһымдарын алып (Рәсәйҙә тәүге тапҡыр) ҡан эшкәртеү технологияһы, иммунитетты көйләүсе препараттар (аллергияға ҡаршы, иммуноглобулин, орозин, церулоплазмин) эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы. “Ҡатын-ҡыҙҙар тыныслыҡ, балалар бәхете һәм прогресс өсөн” республика партияһы рәйесе (1993—99). БР ЮС‑ының 12‑се һәм БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Иммунодиагностика и иммунокоррекция в педиатрической практике. Уфа, 1998 (авторҙ.); Местные аллергические реакции и реанимация. Уфа, 1999 (авторҙ.); Микроциркуляция мягкой мозговой оболочки и сетчатки глаза в постреанимационном периоде. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке