ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы (23.11.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй (1969 й. алып бүлек мөдире), 1975 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге балалар нефрологияһы мәсьәләләренә арналған. Й. тарафынан гломерулонефрит, гемолитик‑уремия синдромы, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ваҡытында киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеген дифференциаль диагностикалау ысулы, “Салют” шифаханаһы һәм “Янғантау” курортының дауалау факторҙарын бөйөр ауырыуҙары ваҡытында файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Состояние детей в регионе экологического неблагополучия и их реабилитация. Уфа, 2000 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка у детей Республики Башкортостан. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018