ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө), сценограф. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1975; педагогтары В.Ф.Рындин, М.М.Курилко). 1973 й. алып БАДТ‑ның рәссам‑ҡуйыусыһы, 1980 й. — баш рәссамы, 2000 й. башлап М.Горький ис. Ырымбур өлк. драма театрының баш рәссамы. БР‑ҙың һәм РФ‑тың төрлө театрҙарында 200‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. Классик һәм башҡ. халыҡ сәнғәте традицияларын яраштырып, театр постановкаларының биҙәлешен бер бөтөн итеп формалаштырған метафоралы образ тыуҙыра. Уның оҫталығы айырыуса БАДТ спектаклдәре биҙәлешендә асыҡ сағыла: М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” (1977), “Диктаторға ат бирегеҙ!” (1982), “Ай тотолған төндә” (1992); М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”; Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” (1982); Ф.Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” (“Великодушный рогоносец”, 1994); Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” (1995). Опера һәм балет театрында опера һәм балет спектаклдәренә декорациялар авторы: Э.Григтың “Пер Гюнт” (1983), В.И.Флейшман–Д.Д.Шостаковичтың “Ротшильд скрипкаһы” (“Скрипка Ротшильда”, 1987) һ.б. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе – Ырымбург ҡ. (2014). Эштәре БДХМ, А.А.Бахрушин ис. театр музейы (Мәскәү) коллекцияларында һаҡлана. “Туғанлыҡ” (Өфө, 1996; Гран-при) фестивале лауреаты, “Урыҫ комедияһы” (“Русская комедия”, Дондағы Ростов ҡ., 2010) Бөтә Рәсәй театр фестивале дипломанты, РФ‑тың Дәүләт пр. (1996), Ғ.Сәләм ис. пр. (1981) лауреаты.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.