ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы (9.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 17.4.2000, БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иванай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш р‑ндарында “Заготзерно” пункттарында эшләй: 1948 й. башлап мөдир, 1950 й. — дир. урынбаҫары, 1953 й. — директор. 1959 й. алып Илеш р‑нының “Урал” к‑зы, 1963—89 йй. Дүртөйлө р‑нының К. Маркс ис. к‑зы (ҡара: Йәнекәев Р. исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы) рәйесе. Й. етәкс. К.Маркс ис. к‑з үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы 28 ц/га тәшкил иткән (1970). БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1986), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 3‑сө дәрәжә Дан (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Хакимов Р. Тот, кто начинает //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке