ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы (17.11.1984, Октябрьский ҡ.), спортсы. Билбау көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2009). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2007). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2008). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский; тренеры Ф.Ф.Фәррәхов). Донъя (2005, 2007–2008), Европа (2005, 2007) һәм Рәсәй (2005, 2008, 2010) чемп., Рәсәй Кубогын яулаусы (2005), Р.Ф.Ғәйнанов иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнирҙа еңеүсе (Октябрьский; 2010–12). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005–12). 2012 алып тренер булып эшләй.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.