ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы (16.3.1962, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Тогус а.), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). БР-ҙың атҡ. табибы (2015). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1997 й. алып Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенең (Өфө) бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге быуындар зарарланыуының эксперименталь һәм клиник хирургияһы проблемаларына арналған. Й. тарафынан трансплантаттар файҙаланып быуындарға реконструктив‑пластик операциялар яһау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Патология системы скольжения при внутрисуставных переломах и пути её коррекции (патофизиологическое исследование). Уфа, 1996 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке