АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына ҡарап тоноҡ һары, көрән, һоро, йәшел, зәңгәр һ.б., быяла һәм балауыҙ кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6,5, тығыҙлығы 1900—2300 кг/м3. Һынылышы ҡыуыш. Мурт. Затлы А.а. — ярым аҫыл биҙәү ташы. Диатом тоҡомдары (ҡара: Опока) лак-буяу, химия һәм керамика сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла.

БР‑ҙа эоцен диңгеҙ ултырмаларында (Һаҡмар һәм Таналыҡ йй. араһында), ш. уҡ Байғусҡар һәм Һаҡмар массивтары (Хәйбулла р‑ны) серпентиниттарының ашалыу ҡатлауҙарында ябай А.а. киң таралған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018