ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Гөблөкөсөк ауылы. Составында һыйыр малының 2 һөтсөлөк фермаһы бар. 2012 й. 61 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3799 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр  — 2525 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 17,0, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 25,0; 2671 т иген етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 1145 (486 һыйыр), йылҡы — 70; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4143 кг; етештереү (т): һөт — 1678, ит — 75. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1951 й. “Ағым” һәм “Ағиҙел” к‑здары базаһында К.Маркс ис. к‑з булараҡ ойошторола, 2000 й. алып Р.Йәнекәев ис. АХПК, 2006 й. — “Йәнекәева” ЯСЙ. Колхозда иген культураларының уңдырышлылығы 30,7 ц/га тәшкил иткән (1985), етештереү (т): иген — 15034 (1985), һөт — 3240, ит — 1350 (1983). Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1971). Хужалыҡ м‑н Р.С.Йәнекәев эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке