ЙӘНЕКӘЕВ Дәрд Ғәли улы (21.3.1925, Бәләбәй ҡ.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында эшләй, 1966 й. алып БДМИ‑ла уҡыта. 1973 й. алып Ҡазан табиптарҙың белемен камиллаштырыу ин‑тының психиатрия һәм психотерапия каф. мөдире, 1996—2007 йй. Ҡазан мед. акад. проф.-консультант. Фәнни тикшеренеүҙәре алкоголизмды, токсикоманияны, шизофренияны һ.б. дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз невропатологтар һәм психиатрҙар йәмғиәтенең Ҡазан бүлексәһе рәйесе (1983—90). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Победивший себя могуч. Казань, 1986 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.