ЙӘНЕКӘЕВ Вил Ғүмәр улы (16.10.1936, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ-тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1996). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БАХИ‑ны тамамлаған (1959), 1962—64 йй. шунда уҡ уҡыта. 1967 й. алып С.‑Петербург аграр ун‑тында (Пушкин ҡ.) эшләй: 1984—2003 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1985—2013 йй. хисаплау техникаһы һәм АСК‑ны мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. производствоһын автоматлаштырыуға арналған. Й. тарафынан агрегаттарҙың эшен күҙәтеү һәм уларҙың сифатлы эшләүенә идара итеү системалары төҙөлә; а.х. производствоһын техника м‑н йыһазландырыуҙы иҫәпләү программалары эшләнә, улар РФ‑та һәм БДБ илдәрендә индерелгән. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы. Дуҫлыҡ (2001), Почёт (2006) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Сельскохозяйственные машины. СПб., 1998 (авторҙ.); Информационные технологии в агропромышленном комплексе. СПб., 1999 (авторҙ.); Становление агроинженерной науки и образования в России (XIX—XX вв.). СПб., 1999 (авторҙ.).

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.