ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы (21.1.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), халыҡ музыканты, йырсы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). 1959 й. алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет, 1979—2003 йй. Бәләбәй уҡыу‑производство пр‑тиеларында эшләй, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап 1‑се балалар сәнғәт мәктәбендә, 2003—09 йй. башҡ. гимназияһында (икеһе лә – Бәләбәй ҡ.) уҡыта. Й. башҡарыу оҫталығы үҙенсәлекле булыуы м‑н айырылып тора. Халыҡ традицияларына таянып, йырлауҙы ҡурай һәм баянда уйнау м‑н тәбиғи берләштерә. Репертуарында башҡ. һәм татар халыҡ йырҙары: “Кәкүк”, “Сибай”, “Һыр”, “Урал”, “Әллүки”; М.Ғ.Имашев, З.Ғ.Исмәғилев, М.Ә.Мозафаров, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәре. “Мостай маршы” инструменталь пьесаһы (2004) һәм башҡ., татар шағирҙары һәм үҙ һүҙҙәренә яҙылған 300‑ҙән ашыу йыр, ш. иҫ. Р.Хәкимйәндең “Красноусол вальсы”, үҙ һүҙҙәренә “Бәләбәй уттары”, “Тыуған ауылым”, “Һағындым” йырҙары авторы. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар үҙешмәкәр сәнғәте смотры (1970), Бөтә Союз хеҙмәтсәндәр үҙешмәкәр художестволы ижады фестивале (1977; икеһе лә – Мәскәү), Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡ‑н идаралығы респ. үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Өфө, 1974, 1989; Бәләбәй, 1987), “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”) һәүәҫкәрҙәр ижады фестивале (Өфө, 1995), Халыҡ‑ара ҡурайсылар һәм йырсылар конкурсы (Ҡазан, 1998) лауреаты.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.