ЙӘНЕКӘЕВ Айрат Рафаэль улы (1.1.1966, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Р.Ғ.Йәнекәевтең улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 17‑се дауаханаһында эшләй (2014 й. алып ортопедия бүлеге мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балалар сколиозының этиопатогенезына, уларҙың барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҫешен тикшереүгә, ортопедик патологияның эске ағза ауырыуҙары м‑н үҙ‑ара бәйләнешен асыҡлауға арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сколиозы у детей и органные нарушения. Уфа, 2005.

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.