ЙӘНҒУЖИН Айбулат Рим улы (29.12.1971, Өфө), философ. БР ФА проф. (2016), филос. ф. д‑ры (2007), проф. (2013). Р.З.Йәнғужиндың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1993), 1999 й. алып шунда уҡ эшләй (2003—10 йй. философия һәм фән тарихы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни тикшеренеүҙәре ғәрәп‑мосолман философияһы, социаль философия проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социально‑философские аспекты генезиса суфизма. Уфа, 2005; Духовный мир суфиев. Уфа, 2007; Диалектика форм общественного сознания и её философские реминисценции. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина