ЙӘНГИРОВ Мәрүән Йәнгир улы [21.4.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яныш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 7.12.1992, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Тарих ф. канд. (1951). Мәскәү план ин‑тында уҡыған (1931—33). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен, ВКП(б) ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (икеһе лә — Мәскәү, 1951) тамамлаған. 1933 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нында партия эшендә, 1935—37 йй. ВКП(б) Мәсетле һәм Миәкә район ком‑ттарының 1‑се секретары. 1940 й. башлап РСФСР ХКС‑ы эргәһендәге Промысла кооперацияһы идаралығының БАССР б‑са Президиумы, 1943 й. — Өфө ҡала советының башҡарма ком‑ты рәйесе, 1945—47 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1951 й. алып ТТӘИ директоры. 1952 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ла: дир., 1963 й. алып КПСС тарихы каф. мөдире. 1953—63 йй. КПСС Өфө ҡала ком‑тының 1‑се секретары. 1967—71 йй. БДПИ ректоры. РСФСР һәм БАССР ЮС‑ының 2‑се, 4—5‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957, ?), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Й. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.