ЙӘНГЕЛ ТОРАҺЫ, таш быуат археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Селивановка а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йәнгел й. уң төп ярында ҡаяла (бейеклеге 20 м) урынлашҡан. Г.Н.Матюшин тарафынан 1963 й. асыла һәм 1966—69 йй., 1976 й. өйрәнелә. Майҙаны 500—600 м2, 284 м2 ҡаҙылған. 16740 әйбер (нигеҙҙә, саҡматаштан һәм йәшмәнән эшләнгән), керамика табылған. 2 ишекле оҙонса формалағы мезолит осорона ҡараған торлаҡ (майҙаны 120—130 м2), ике усаҡ, көлдөксә ҡалдыҡтары асыҡланған. Мезолит дәүере ҡатламында бысаҡ рәүешендәге пластиналар (үткер йөҙ, ҡырҡҡыстар, тишкестәр) һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр (бысаҡтар, ҡырғыстар, микролиттар, ш. иҫ. геом. формала), неолит энеолит ҡатламында керамика фрагменттары һәм таш әйберҙәр табылған. Халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Йәнгел мәҙәниәтен айырып күрһәтеү өсөн эталон булып тора. Й.т. материалдары Археология һәм этнография музейы фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Матюшин Г.Н. Мезолит Южного Урала. М. 1976.

В.Г.Котов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018