ЙӘНГЕЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 534; 1989 — 1427; 2002 — 1235; 2010 — 1332 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе филиалы, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауыл 1929 й. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоз бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә. 1934 й. “Йәнгел” с‑зы ойошторолғандан һуң, с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. алып хәҙ. статусын, 2007 й. — хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке